Донъя халыҡтары бейеүҙәре, күңелле һәм илһөйәрлек рухындағы йырҙар менән байытылған, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде. Тамашасылар халыҡтар берҙәмленге һәм дуҫлыҡ символына әүерелгән йыр-бейеүҙәрҙе көслө алҡыштарға күмде. Йәйгеһен филармония артистарын илебеҙ төбәктәренә ҡыҙыҡлы гастролдәр, һабантуй маҙандарында сығыштар көтә.