Башҡортостан делегацияһы Татарстанда "Рәсәй - ислам донъяһы" форумында ҡатнаша

Быйыл ислам донъяһы менән хеҙмәттәшлек өсөн дөйөм ҡиммәттәр темаһы һайланды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары  Дамир Абдрахманов  Республика  Башлығы  исеменән сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. - Рәсәйҙе быуаттар буйына төрлө мәҙәниәт һәм диндәр берләштерә. Республикала милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡ йолалары һаҡлана. Рәсәй һәм Башҡортостандың көсө - рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа, төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең татыулығында, - тиелә Республика Башлығы сәләмләүендә. "Рәсәй - ислам донъяһы" халыҡ-ара иҡтисади форумы  17 майға тиклем дауам итә.