Контрактты оҙайтҡанда бер нисә күрһәткес иҫәпкә алынды. "Аҡса темаһы беренсе булманы. Ғаиләмә Өфө оҡшаны, "Салауат Юлаев" хоккейсылары, тренерҙар штабы, көйәрмәндәр мөнәсәбәте яҡшы. Иң мөһиме шулар. Яңы контрактҡа ҡул ҡуйыу менән ҡәнәғәтмен", - тине хоккейсы. Өфө клубының Джек Родуолд менән килешеүе бер йылға оҙайтылды.