Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ваҡытында түләнмәгән кредит йөкләмәләренән азат ителә. Дәүләт Думаһы депутаттары ошо турала закон проектын ҡабул итте.
Һүҙ 2026 йылдың 1 майынан хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ҡатындары хаҡында бара. Ошо датаға тиклем судтың бурысты түләттереү тураһында көсөнә ингән ҡарары, кредит ойошмаһына башҡарма документ бирелгән йәки финанс компанияһының ғаризаһы буйынса башҡарма эш асылған булырға тейеш. Ул саҡта 10 миллион һумға тиклем бурыс ғәмәлдән сығарыла.