Өфө-Мәскәү поезы 250 меңенсе пассажирҙы ҡаршыланы

Өфө тимер юл вокзалында тантаналы ваҡиға. Өфө-Мәскәү тиҙ йөрөшлө поезы 250 меңенсе пассажирҙы ташыны. Тура рейсҡа 2024 йылдың декабрендә старт бирелгәйне. Юбилей билетын Петропавловск-Камчатский ҡалаһында йәшәүсе Роман Щипко һатып алған.

«Федераль пассажирҙар компанияһы»ның Куйбышев филиалы еткселеге әйтеүенсә, республиканы илебеҙҙең баш ҡалаһы менән тоташтырыусы Өфө-Мәскәү рейсы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Поезд көн аша йөрөй-Өфөнән иртәнге унынсы 20 минутта, Мәскәүҙән көндөҙгө дүртенсе 25 минутта ҡуҙғала. Маршрут Бөгөлмә, Димитровград, Ульяновск, Рузаевка, Рязань аша үтә. Был Өфө-Мәскәү поезын Башҡортостан халҡы өсөн генә түгел, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә лә уңайлы итә.

Поезда һирәк йөрөйбеҙ, сөнки беҙ йәшәгән Петропавловск-Камчатский ҡалаһына тиклем поездар йөрөмәй. Өфөлә улым менән дауаланыуҙа булдыҡ. Әле Мәскәүгә юлланабыҙ, унан өйгә самолетта осабыҙ. Поезд уңайлы, тиҙ генә тәғәйен урынға бырып етәбеҙ.

Роман Щипко, Өфө-Мәскәү рейсы пассажиры