Башҡортостанға Рәсәйҙәге тәүге төбәк-ара фәнни-популяр тур буйынса беренсе турист килде

«Төбәк-ара фәнни экспресс» ил Президенты Владимир Путин иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның төп проекттарының береһе-фәнни-популяр туризмды үҫтереү. Өфө, Түбәнге Новгород һәм Новосибирск ҡалалары араһында Рәсәйҙә беренсе «Төбәк-ара фәнни экспресс» турын асыу тураһында өс яҡлы килешеүгә быйыл Мәскәүҙә уҙған технологиялар форумында ҡул ҡуйылды. Программала төрлө олимпиадалар һәм конкурстарҙа еңгән уҡыусылар ҡатнаша ала.

Уникаль фәнни-популяр проекттың беренсе ҡатнашыусыһы 15 йәшлек Евгений Богдашов. Ул «Фән. Геройҙар биләмәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының алтынсы миҙгеле еңеүсеһе. Түбәнге Новгород өлкәһен, Башҡортостанды һәм Новосибирск өлкәһен берләштергән сәйәхәт 12 майҙа Түбәнге Новгородта башланған.

Евгений Волга аръяғының 19-сы мәктәбендә туғыҙынсы синыфта уҡый. Ул дүрт тапҡыр конкурста ҡатнашып өсөнсө йыл рәттән финалға сыҡҡан. Өс ай дауамында үҫмер ҡатмарлы дисциплина-ара һорауҙарға яуап биргән.

Төбәктәрҙәге университеттар һәм мәҙәниәт менән танышам. Башҡортостанда өс көн булам. Тур бик фәһемле, ҡыҙыҡлы ойошторолған. Иртәгә Торатауға барам.

Евгений Богдашов, «Төбәк-ара фәнни экспресс» проектының тәүге ҡатнашыусыһы