«Ҡандрыкүл» тәбиғи паркында күләмле экология акцияһы үтте

«Ҡандрыкүл» тәбиғи паркында күләмле экология акцияһы үтте, ирекмәндәр 8 мең төп себер шыршыһы ултыртты. Экология акцияһы «Ағас ултырт» федераль проекты һәм «Еңеүҙең йәшел хәтере» программы сиктәрендә ойошторолған. Сараның төп маҡсаты Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына тыуған ергә, тәбиғәткә хөрмәт, хәстәр аша рәхмәт белдереү. Ата-бабаларыбыҙ тыуған илебеҙ, тыныс киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән, беҙ уны һаҡларға тейеш, ти «Йәшел Башҡортостан» ойошмаһынын төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнара Хәмиева. Себер шыршыһы үҫентеләрен ултыртыуҙа йөҙҙән ашыу ирекмән ҡатнашҡан.