Республиканың төрлө ҡалаларынан, райондарынан йыйылған меңдәрсә байкер Өфө урамдары буйлап үтте. Черниковка биҫтәһенең Машина төҙөүселәр мәҙәниәт һарайынан старт алған колонна Өфө боҙ аренаһында туҡталды. Был сағыу тамаша халыҡты ла йәлеп итә. Йыл да уҙғарылған сара хәҙер тотош бер шоуға, фестивалгә әйләнде.
Чиновник булһынмы, бизнесмен йәки ябай слесарь. Ике тәгәрмәс һәм күн эйәр барыһын да берләштерә. Мототуғанлыҡ Башҡортостанда ла киң тарала бара. Урта йәш кризисы түгел, азатлыҡ, тиҙлек һәм аралашыу- мотоциклға атланырға күптәрҙе мәжбүр итә, ти байкерҙар. Баласаҡта минск һәм восходтарҙа елдереп үҫкән егеттәр хәҙер ҡеүәтле чопперҙар, круизерҙар ауыҙлыҡлай.
Байкерҙар мәҙәниәте лә һуңғы йылдарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрә бара. Мотоциклистар күләгәнән сыға башланы. Таныҡлыҡҡа уҡый, техникаһын рәсми теркәй. Мотомиҙгелде асыуҙа ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ла ошоға дәлил. Сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре, ойоштороусылар үҙҙәре лә колоннаға рөхсәтһеҙ байкерҙарҙы индермәй.