Өфөлә «Ҡалҡан» ирекмәндәр төркөмө ағзалары тәбрикләнде

Тылһыҙ фронт юҡ! Бөгөн Өфөлә «Ҡалҡан» ирекмәндәр төркөмө ағзалары тәбрикләнде. Промсвязь бинаһында урынлашҡан штабта утыҙ кешегә миҙал тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Динә Бикмәеваның ике ейәне лә Ватан һағында. Тик ноябрь айынан бирле офицер ейәненән хәбәр юҡ. 75 йәшлек ханым маскировка селтәрен үреп һағыштарын баҫа төҫлө.

Өс йыл эшләп килгән штабҡа етмештән ашыу кеше йөрөй. Уларҙың иң олоһона 81 йәш булһа, кесеһенә ун йәш. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, табиптар- төрлө һөнәр эйәләре бар.. шулай ҙа күпселек хаҡлы ялдағылар.

Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан ирекмәндәргә ут эсендәге хәрбиҙәрҙән рәхмәт һүҙҙәре килеп тора. Ә бөгөн иһә улар үҙҙәре штабҡа килгән. Яугирҙарҙың ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн тырышҡандарҙың күкрәген миҙал биҙәйәсәк. Ирекмәндәр өсөн миҙалдың эскизын яһаусы «Басмач» ҡушаматлы яугир бүләкте һәр кемгә үҙ ҡулдары менән тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотҡарырға ярҙам иткән өсөн миҙалы республикала 600 ирекмәнгә тапшырылған.

Венера Биҡҡолова ла оло йәштә булыуына ҡармаҫтан, бында көн һайын килә. Һалдаттарға бетеүҙәр ҙә бәйләп ебәрә.

Дрондарҙы эләктерергә балыҡ тотоу өсөн тәғәйенләнгән ау ҙа ебәрелә. Штаб бер көн дә ял итмәй, иртәнге етелә лә, төндә лә бынан кеше өҙөлмәй- ирекмәндәр өс сменала эшләй. Кем ҡасан буш ваҡыт таба- килеп селтәр үреп китә, гуманитар ылауға әйберҙәр туплай, финанс ярҙам итә.. Сөнки-тылһыҙ фронт юҡ.

Рәмилә Исмәғилева