Өфөлә Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар осрашты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ул «Белореттар- беҙ бергә!» исеме аҫтында үтте. Белорет районы хакимиәте һәм яҡташтар ойошмаһы уҙғарған сара махсус хәрби операцияға ярҙам маҡсатында ойошторолдо.

Белореттарға ғына хас йырҙар, милли кейем өлгөләре, биҙәүестәр һәм ҡул эштәре. Осрашыуға килеүселәр тупһанан уҡ тыуған яҡ атмосфераһына сума. Ишек төбөнән үк йор таҡмаҡтары менән инәйҙәр ҡаршы алһа, фойела ҡул эштәре өлгөләренән тотош бер күргәҙмә ойошторолған. Экспозицияға сығарылған картиналар республиканың таулы-урманлы төбәген күҙ алдына баҫтыра.

Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы Өфөлә һуңғы тапҡыр өс йыл элек ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә һөйләшәһе һүҙҙәр, бергәләп хәл итәһе мәсьәләләр ҙә йыйылып киткән. Күпән түгел тәғәйенләнһә лә район башлығы Азат Хәкимов был мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүгә көйләнгән. Баш ҡалала уҡыусы студенттар менән осрашыу ҙа яҡшы һөҙөмтәләргә нигеҙ.

Осрашыу Белорет районынан сыҡҡан артистар, һәүәҫкәр башҡарыусылар концерты менән тамамланды. Райондан килгән коллективтар баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһап ҡыуанһа, Өфөләге артистар өсөн яҡташтары алдында тамаша күрһәтеү оло яуаплылыҡ.