Республика музейҙары ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс программалар әҙерләгән. Күргәҙмәләр, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар, викториналар, балалар өсөн уйындар һәм башҡа күп ҡыҙыҡлы саралар булыуы көтөлә. Шаран тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы фонды 2 мең ярымдан ашыу эскпонант менән тулыланған. Улар төбәктең бай тарихын сығалдыра. Музей райондың мәҙәни тормошоноң әүҙем үҙәге лә булып тора. Бында төрлө экскурсиялар, дәрестәр, патриотик сәғәттәр үткәрелә. Бөгөн дә «Музейҙар төнө»ндә республикабыҙҙа иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған саралар әҙерләнгән