Бәләбәй ҡалаһында Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Үҙенсәлекле АРТ-этнокиңлекте урындағы эшҡыуарҙары булдырған. Икмәк бешереү республика агросәнәғәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Төбәктә икмәк һәм икмәк-булка изделиелары етештереү системаһы үҫешкән. Былтыр 102 мең тонна икмәк-ҡалас изделиелары етештерелгән. Икмәк музейын ойоштороу кеүек башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу йолаларҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәрен популярлаштырыуға һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәте һөҙөмтәләренә һаҡсыл ҡараш булдырыуға булышлыҡ итә.