Милли музейҙа Зөфәр Ғаяновтың «Урал батыр» күргәҙмәһе асылды

Милли музейҙа Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаяновтың «Урал батыр» ҡобайыры күргәҙмәһе асылды. Экспозиция рәссамдың тыуыуына 85 йыл тулыуға һәм «Урал батыр» эпосы көнөнә арналды. Зөфәр Ғаянов Мәскәү академия художество училищеһында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған, Китап нәшриәтендә эшләгән, «Салауат Юлаев» романы һәм «Урал батыр» эпосы өсөн һүрәттәр төшөргән. Рәссамдың ебәктә ҡытай һынлы сәнғәтенең «гохуа» техникаһы менән башҡарылғанған ижади эштәре айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Ул Урал батыр образына дөйөм кешелек, изгелек, гармония һәм тәбиғәт менән кеше берҙәмлеге символы булараҡ мөрәжәғәт итә. Зөфәр Ғаян улы оҙаҡ йылдар Нестеров музейына етәкселек иткән. Уның картиналары Анкарала һәм Истанбулда ла һаҡлана.