Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» музыкаль шоуы үтте

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Өфөлә «Берҙәмлек ауазы» тип исемләнгән музыкаль шоу ойошторолдо. Этно-фолк, рок һәм электроника-артистар төрлө жанрҙарҙа сығыш яһап, вокал һәләттәрен күрһәтте, боронғо көйҙәрҙе заманса яңғырашта асты. Ил төбәктәре халыҡтарының уникаль мәҙәни мираҫына яңы һулыш биргән мәҙәни саранан киләһе репортаж.

«Әй йола» төркөмө «Һомай» хиты менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе баҫҡыстарға күтәрелгәйне, бөгөн ижади коллективтың сығыштары илдең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә йылы ҡабул ителә. Артистар билдәләүенсә, башҡорт фольклоры-илһам сығанағы. Барлыҡ репертуарҙары ла тап «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Өфөлә үткән «Берҙәмлек ауазы» фестивалендә йәнә миллиондарҙың күңелен яулаған таныш моңдар яңғыраны.

Рәсәй мәҙәниәт министрлығы башланғысында ойошторолған музыкаль шоу ил төбәктәренән йөҙҙән ашыу артисты-билдәле йырсылар менән ҙур коллективтарҙы берләштерҙе. Тамырҙарҙан алып дуҫлыҡ күперенә тиклем-шоу программа биш бүлектән торҙо. Мәҙәни сараға биш меңдән ашыу тамашасы шаһит булды.

Ижади команда Рәсәй төбәктәренән иң көслө коллективтарҙы бер майҙанда йыйып, йәштәр өсөн «Берҙәмлек ауазы» стилендә сағыу тамаша ҡуйҙы. Этно-фолк, рок, рэп, электроника-сәхнәлә төрлө жанрҙағы музыка яңғыраны.

Сулпан Пиотровская, «Берҙәмлек ауазы» проекты режиссёры

Рәсәй төбәктәренән килгән музыканттар сәғәт ярым эсендә илебеҙҙең мәҙәни кодын күрһәтә алды. Баш ҡаланың күләмле мәҙәни фестивалдәр уҙғарарыу тәжрибәһе ҙур, быға тиклем Бөтә донъя фольклориадаһы ла ойошторолғайны. «Берҙәмлек ауазы» музыкаль шоуында төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙар ҙа йәнә меңдәрсә кешенең күңелен яуланы.