Радий Хәбиров Александр Брод менән һайлауҙарға әҙерлек тураһында һөйләште

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод менән осрашты. Яҡтар Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Сентябрҙә Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш, Өфө ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына һайлауҙар үтәсәк. Радий Хәбиров һайлауҙарҙың конкурентлы буласағын, һәм бөтә сәйәси партияларҙың әүҙемлеген билдәләне. Александр Брод һайлау кампанияларының асыҡлығы өсөн шарттар булдырыуға һәм бойондороҡһоҙ күҙәтеү мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтте.