Быйыл республика юлдарына 45 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк

Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге трассаларҙы ремонтлау пландары Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Транспорт сәғәте»ндә тикшерелде. Дөйөм оҙонлоғо 570 километр булған юл участкаларын, шулай уҡ 23 күперҙе тәртипкә килтерергә кәрәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфөнөң урамдарын үҫтереү мәсьәләһен ҡараны. Быйыл Пугачев урамын реконструкциялау һәм Галле урамы менән тоташтырыусы Көнсығыш сығыу юлының икенсе сиратын төҙөү эштәрен тамамлау ҡарала.

Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Эшсе хәбәрселәр урамы участкаһын реконструкциялана. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә төҙөүселәр Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндерә башлаған. Шулай уҡ Совет һәм Ленин урамдарында йәйәүлеләр юлын яңыртыу дауам итәсәк. Дим районы һәм Затон-Көнсығыш биҫтәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. «Транспорт сәғәте»ндә «Башавтотранс» компанияһының автобус паркын яңыртыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Быйыл Өфөләге һәм Нефтекамалағы филиалдар ҙур һыйҙырышлы 73 яңы автобус аласаҡ. Улар 9 ҡала маршруттарында эшләйәсәк.