Башҡортостан Республикаһының бренды -Ҡурайға мәҙхиә йырланды. Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы быйыл 25-се тапҡыр уҙҙы. Сирек быуатлыҡ тарихы булған конкурста барлығы 8 меңләп конкурсант майҙан тотҡан. Быйылғы юбилей бәйгеһендә Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән барлығы 400-гә яҡын конкурсант ҡатнашҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Быйыл беренсе тапҡыр «Ғаилә ансамблдәре» номинацияһы булдырылыуы осраҡлы түгел. Республика Башлығы Указына ярашлы, 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы девизы аҫтында уҙа. Баҡалы районынан Ханнановтар ғаилә ансамбле 1-се дәрәжә дипломы лауреаты.
2018 йылда ҡаланың Юрий Гагарин исемендәге паркында Ҡурайсылар Аллеяһы булдырылып, ҡурай моңо аҫтында 18 йәш ҡарағай ултыртылһа, хәҙер иһә конкурс финалистары һәм еңеүселәре тарафынан ул Аллея йыл һайын 5 ағасҡа артып бара. Матур йоланы дауам итеп, Башҡортостандың Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов һәм Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашты.
Башҡортостанда Ҡурай сәнғәте үҫешенә дәүләт тарафынан иғтибар ҙур. Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән Дәүләт ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килде, 10 октябрҙә Ҡурай көнө рәсми рәүештә билдәләнә. Юбилейлы Ҡурай байрамының Гала-концертында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең сығыш яһауы байрам бәҫен арттырҙы.
Быйылғы йылдың тағы бер үҙенсәлеге-Ҡурай байрамында төрлө йылдарҙа Гран-при яулаусыларҙы берләштергән ансамбль башҡорт халҡының гимны «Урал»ды башҡарҙы.
Юбилей конкурсының Гран-приһына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Динар Абдуллин лайыҡ булды. Ул аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Наил Юнысов