Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Башҡортостан 3-сө Бөтә донъя балалар фольклориадаһын ҡабул итә. Июндә үтәсәк фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән ижади коллективтар һәм йәш артистар-меңдән ашыу кеше сығыш яһаясаҡ. Рәсәй мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар берҙәмлеге дәүләт йорто башланғысында тормошҡа ашырылған проект һәм уға әҙерлек барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.
20 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөтә Донъя балалар фольклориадаһына 35 көн ҡалыуға арналған тантаналы сара үтә. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле солистарына Дәүләт ҡурайсылар ансамбле менән бергә бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете йылмайған. Үҫмерҙәр фольклориада көндәрендә лә милли музыка ҡоралында башҡорт көйҙәрен башҡарып, ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырырға иҫәп тота.
Йәш ҡурайсыларҙың репертуары бай, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла юғары баһаланған.
Башҡортостанда Бөтә Донъя балалар фольклориадаһы 24 июндә старт алып, 26-на тиклем дауам итә. Быға тиклем йәш таланттарҙы берләштергән сара Сыуашстан һәм Татарстан республикаларында уҙғарылған.
Бөтә Донъя балалар фольклориадаһында 10 йәштән 18 йәшкәсә үҫмерҙәр үҙ төбәгенең халыҡ ижады менән таныштыра. Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ коллективтар һәм йәш артистар исемлеге лә төҙөлгән. Халыҡ йырҙарын башҡарыу, милли музыка ҡоралдарында уйнауҙан тыш, бейеү сәнғәте өлгөләре лә күрһәтелә.
Дуҫлыҡ хороводы, парад һәм билдәле Рәсәй артистары ҡатнашлығында сығыштар-Бөтә Донъя балалар фольклориадаһына сағыу мәҙәни программа әҙерләнә. Байрам саралары Совет майҙанынан тыш, Өфө ял һәм күңел асыу паркттарында ла үтә.
Гөлназ Хәйбуллина