Башҡортостан көрәшселәре Рәсәй Кубогында юғары һөҙөмтә күрһәтте

Владимир өлкәһенең Петушки ҡалаһында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй Кубогы үтте. Башҡортостан йыйылма командаһы шәхси иҫәптә юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Дарья Культенко, Алана Алборова, Тимур Хәмиҙуллин һәм Наил Хәйбрахманов алтын миҙал яуланы. Яҡташтарыбыҙ тағы ла 6 көмөш, 8 бронза миҙалға эйә булды. Дөйөм команда беренселегендә Башҡортостан вәкилдәре икенсе урын алды. Чемпиондар донъя кубогында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.