Дәүләт Думаһы хәрби бәрелештәр ветерандары статусын алыусылар исемлеген киңәйтә

Парламент рәйесе Вячеслав Володин хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетҡа закон проектын тапшырған. Документта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә хәрби бәрелештәр ветерандары статусын биреү тәҡдим ителә. Һүҙ 2022 йылдың февраленән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә эшләгән белгестәр тураһында бара. “Ҡотҡарыусылар неонацистарҙан азат ителгән биләмәләрҙе миналарҙан таҙарта. Граждандарҙың именлеген һаҡлай. Уларға махсус хәрби операция ветерандарына ҡаралған льгота һәм ярҙам сараларын биреү - хаҡлы булыр ине”, - тигән фекерҙә  Вячеслав Володин.