Бөгөн ВУЗ-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Республикала яһалма интеллектты ҡулланыу буйынса стратегик сессия үтә. Уның барышында Радий Хәбиров Һанлы үҫеш һәм Яһалма зиһен технологияларын ҡулланыу буйынса совет булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Совет дәүләт органдарын, муниципалитеттар һәм ошо өлкәләге ойошмалары эшмәкәрлеген көйләүсе даими орган була. Документҡа интерактив режимда, экрандағы һанлы ярҙамсы булышлығында ҡул ҡуйылды.