Башҡортостан белгестәре еләкте дөрөҫ һайлау серҙәре менән бүлеште

Башҡортостанда еләк миҙгеле башанды. Беҙҙең төбәктә еләк июндең икенсе яртыһында күпләп бешһә лә, баш ҡала магазиндарында Краснодар крайында, Әзербайжанда үҫтерелгән еләк һатып алырға мөмкин. Башҡортостан етештереүселәре лә татлы емеште йыл дауамында күпләп һатыуға сығара. Республикала йылына 15 мең тоннанан ашыу еләк үҫтереүсе хужалыҡтар бар. Еләк өлгөргән миҙгелдә уны нисек дөрөҫ һайларға һәм нимәгә иғтибар итергә? БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Һәүәҫкәр баҡсасы Гүзәл Сыуашаева өсөн баҡса еләген үҫтереү изге йола һымаҡ. Яҙ еләк ултыртыу өсөн иң яҡшы ваҡыт, тигән фекерҙә Гүзәл ханым. Уның егерме сутый баҡсаһында альбанан алып клэриға тиклем төрлө сорттар бар. Иң мөһиме уларҙы ҡоротҡостарҙан үҙ ваҡытында һаҡлау эшен башҡарыу.

Үҙебеҙҙең түәлдәрҙә баҡса еләге өлгөргәнсе, ҡыҙарып бешкән тәмлекәстәрҙе йәшелсә-емеш менән сауҙа иткән магазиндарҙан һатып алырға була. Был сауҙа нөктәһендә Краснодар крайы һәм Әзербайжанда үҫтерелгән еләк сорттары тәҡдим ителә. Йылы яҡтан һәм яҡын сит илдәрҙән килтерелгән еләк етди тикшереү үтә.

Продукттың сифатына ҡарата шик тыуған осраҡта, һатып алыусы һатыусынан еләктең ҡайҙан килтерелгәнлеге тураһында документтарын һорай ала.Еләкте тәмләп ҡарар алдынан, уны ағын һыуҙа яҡшылап йыуырға кәрәк.

Еләк ерҙә, тупраҡ өҫтөндө үҫә, шуға күрә инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар хәүефе бар, әгәр сауҙа нөктәһендә еләкте тәмләп ҡарарға тәҡдим итһәләр, баш тартыу яҡшыраҡ. Сауҙа нөктәһендә һыу булғанда, еләкте йыуыу яҡшы, шунан һуң ғына һеҙ емеште тәмләп ҡарай алаһығыҙ.

Регина Аҡмалова, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының мәғлүмәт тәьминәте бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Тәмләп ҡарағандан һуң ҡыҙҙар еләкте мотлаҡ һатып аласаҡбыҙ тигән ҡарарға килде.

Әммә еләкте күп миҡдарҙа ашыу аллергияға ла килтереүе ихтимал. Шуға күрә лә талы ризыҡты һаҡлыҡ менән ҡулланыу мөһим.

Белгестәр еләктең өлгөргәнен һәм емеше иҙелмәгәнен һайлап һатып алырға кәңәш итә. Иҙелгән баҡса еләге тиҙ серей һәм күгәрә. Ул тиҙ арала башҡа емештәрҙе лә зарарлауы ихтимал.

Баҙарҙа баҡса еләгенең килограмыныың уртаса хаҡы 600 һумдан 750 һумға тиклем. Беҙҙең республикала йыл һайын 15 мең тоннанан ашыу еләк үҫтерелә. Был өлкәлә Шаран районы фермерҙары алдынғы урындарҙы биләй. Улар еләктең 12 төрлө сортын үҫтерә.

Еләкте йыл әйләнәһенә үҫтерәбеҙ, йәй айырыуса күпләп уңыш алабыҙ. Каприла һәм мурано сортарын теплицаларҙа үҫтерәбеҙ. Беҙҙең еләкте 2-3 көн дауамында ғына һаҡларға була. Сит ил еләге оҙаҡ һаҡлана һәм ул махсус эшкәртелә, беҙ еләккә бер нәмә лә һипмәйбеҙ.

Олег Димитриев, кооператив рәйесе

Башҡорт дәүлә аграр университетында еләктәге нитрат миҡдарын махсус ҡоролма ярҙамында ла тикшерергә мөмкин.

Әгәр нитрат миҡдары 100 миллиграмдан артһа, еләкте ҡулланырға ярамай. Ҡайһы бер өлгөләрҙә нитрат күрһәткестәре бөтөнләй юҡ. Белгестәр әйтеүенсә, еләктә химик элементтар күберәк асыҡланған һайын, һаулыҡ өсөн үтә лә хәүефле.

Шуға күрә лә татлы ризыҡ яратыусылар трассалар һәм юлдар буйлап урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә уны һатып алмаһындар ине. Еләк һатып алыу өсөн сауҙаға рәсми рөхсәте булған магазиндарҙы һайлау хәйерлерәк.Унда эшләүсе һатыусыларҙың санитар ҡағыҙы бар, улар таҙа һәм уңайлы шарттарҙа эшләй.

Гүзәл Борханова