Һанлы дауахана. Башҡортостн башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының ашығыс ярҙам департаменты етәксеһе Ирина Куликова Өфөнөң 13 -сө клиник дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Заманса учреждениела һанлы технологялар ярҙамында бөтә төр анализдар һәм диагностика үткәрелә. Дауахана майҙанында төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының уҙған йыл һөҙөмтәлре буйынса Совет ултырышы үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Көнөнә 10 мең пробирка анализ. Өфөнөң 13-сө дауаханаһы клиник-диагностика лабораторияһында өҙлөкһөҙ рәүештә пациенттар анализдары тикшерелә. Трек-линияһы тип аталған система ярҙамында анализдар автоматлаштырылған режимда пробиркаларҙа ҙур теүәллек менән диагностика үтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының ашығыс ярҙам департаменты директоры Инна Куликова учреждение эшмәкәрлеге менән танышты.
Лаборатория медицина өлкәһендәге иң юғары технологиялар менән йыһазландырылған. Бында башҡа дауаханаларҙан анализдар ғына түгел, электрокардиография күрһәткестәре лә килә. Шулай уҡ үҙәкләштерелгән һанлы системаға тупланған мәғлүмәттәрҙе тәжрибәле белгестәр уҡый. Өс табип ҡына көнөнә 500 тирәһе кардиограмма эшкәртә.
Дауахана ҡарамағындағы күсмә комплекс инсульт, инфаркт үткәргән, церебраль фалиж менән яфаланған, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың хәлен еңелләштереү өсөн күнекмәләр аппараты йыһазландырылған.
13-сө дауахананы пилот проекттары үҙәге һанала. Бында тотош Рәсәйҙә индерелгән башланғыстар тәжрибә үтә. Дауахана майҙанында республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлеге нең 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса Совет ултырышы үтте. Бында республика район-ҡалаларынан йыйылған баш табиптар һәм һаулыҡ һаҡлау ведомство етәкселәре йыйылды.
Совет ултырышында аҡ халаталылар, урта медицина звеноһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Көн тәртибендә уҙған йыл күрһәткестәре барланды, яңы маҡсаттар билдәләнде. Технологиялар ни тиклем көслө һәм заманса булмаһын һәр кеше сәләмәтлегенә, иҫкәртеү сараларына иғтибарлы булыуы мөһим. Республикала былтыр 2 миллионға яҡын кеше диспансер тикшереү үткән һәм быйыл да сирҙәргә ҡарата профилактика эшен етди алып барыу маҡсаты тора.
Ф.Миһранова