Бер йылда ваҡытын файҙалы итеп уҙғарырға теләүселәр һаны ике тапҡырға артҡан, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өлкәндәр спорт, ижад, туризм, ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Концерт, фестиваль, ижади кисәләргә бара, тыуған төйәк буйлап сәйәхәт итә. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды һәм ете йүнәлеште эсенә ала.