Быйыл Башҡортостан агросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләүгә 650 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу корпусы ремонтлана, мәктәптәрҙә заманса агрокластар асыла. 354 студент предприятиеларҙа практика үтте. - Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләү эше эҙмә-эҙлекле алып барыла, - тине премьер-министр. Ауыл хужалығы министрлығына киләһе йылда ла федераль  проектта  ҡатнашырға ҡушылды.