Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы үтте. Финалда төрлө район һәм ҡалаларҙан 9 команда ҡатнашты. "Халыҡ һаны миллиондан артҡан ҡаланың иң яҡшы ашханаһы" номинацияһында Өфөләге 28-се һуҡырҙар өсөн коррекция мәктәп-интернаты еңеү яуланы. Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы - Белореттағы 8-се мәктәп. Ауыл мәктәптәре ашхналары араһында Бишбүләктең 3-сө мәктәбе баһаланды. Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр.