Республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына үҙгәрештәр индерелде

Ҡарарға Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Үҙгәрештәр мәҙәниәт хеҙмәткәренең бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүен тулы күләмдә  республика бюджетына кире ҡайтарыуына ҡағыла. Түләмәгән осраҡта Мәҙәниәт министрлығы суд тәртибендә кире ҡайтарырға хоҡуҡлы. Ваҡыты мәҙәниәт хеҙмәткәре ошо талапты алған көндән алып 30 календарь көндән артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ яңы редакцияла проектта ҡатнашыусы вазифалар исемлеге бар.