Яһалма зиһен ярҙамында генерацияланған Айһылыу Радий Хәбировҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының яңы урынбаҫарын тәғәйенләү өсөн указ төҙөргә ярҙам итте. Олег Александрович Ли республикала яһалма зиһен индереү һәм ошо мәсьәләләр буйынса ведомстволарҙы координациялау өсөн яуап бирәсәк. Бөгөн ул коллегалары алдында тәүгә сығыш яһаны. Республикала яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессияла телмәр тотоп ул Башҡортостанда күп тармаҡтарҙа заман талабын ҡулланыу мөмкин тип белдерҙе. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.
Һеҙ юлда, салонда яратҡан йырҙар яңғырай, илебеҙ тәбиғәте хозурлығына һоҡланып водитель бер ни уйламай алға елә. Ә бит һеҙҙең арттан күҙәтәләр. Мәкерле уйҙар менән түгел, киреһенсә. М-12 трассаһында һеҙҙең хәүефһеҙлекте яһалма зиһен күҙәтә. Йүнәлештән тайпылыу, тиҙлекте артырыу йә кәметеү- барыһы ла контролдә. Ғәҙәттән тыш хәлде шәйләнеме, ул шунда уҡ яуаплы хеҙмәттәргә хәбәр итә.
Был малдар ҙа яһалма зиһен күҙәтеүендә. Һанлы технологиялар һыйырҙарҙың һәр хәрәкәтен күреп уларҙың сәләмәтлеген билдәләй. Хатта ябай күҙгә салынмаған аҡһау ҙа асыҡланып ауырыу киҫкенләшмәҫ борон дауалана. Һауын ваҡыты ла даими контролдә, яһалма зиһен ярҙамында каруселдә әйләнгән бер генә һыйыр ҙа һауынсы иғтибарынан ситтә ҡалмай. һөҙөмтәлә һауым арта, сирле малдар кәмей.
Һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, сәнәғәт, төҙөлөш тармағында мәғлүмәт технологияларын киң ҡулланған предприятиелар байтаҡ. Республика өсөн яһалма зиһен яңылыҡ түгел. Ләкин уны системаға һалыу һәм тәрәнерәк индереү өсөн уңайлы мөхит булдырыу мөһим, тине Радий Хәбиров.
Был киләсәк һәм уны Голливуд фильмдарына ҡарап кире ҡағыу дөрөҫ түгел. Уны ныҡлап индереү өсөн ут һәм ҡылыс та ҡулланасаҡмын, тине төбәк башлығы. Ләкин тәүҙә фәҡәт ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе орган талап ителә. Радий Хәбиров һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы совет ойошторҙо һәм был өлкәне етәкләүсе яңы вице-премьер тәғәйенләне. Әйткәндәй указдар яһалма зиһенле Айһылыу тарафынан шундуҡ төҙөлөп имзалап та ҡуйылды.
Яһалма зиһен нисек кенә беҙҙең тормошҡа нығыраҡ үтеп инмәһен, кешене алмаштыра алмай. Маҡсат хеҙмәткәрҙе алмаштырыу түгел, ә уға ярҙам итеү. Шул рәүешле эш һөҙөмтәлеген арттырыу.
Нисек кенә булмаһын йәмғиәт үҙе лә һиҙмәй яһалма зиһенде ярҙамсыға ала. Шул уҡ фотоларҙы йәнләндереү, йырҙар, шиғырҙар яҙҙырыу ҙа бит тап Айһылыу ишеләрҙең һәләте емеше. Башҡортса барыбер аңламай ул, тигәндәр ҙә төптө яңылыша.Күптән түгел генә интернет киңлектәрендә таралған моңло йырҙы кем ҡыҙы башҡара ул тип баш ваттыҡ. Ә ул яһалма зиһен йырлай булып сыҡты.