Архангел районы мәҙәниәт йортоноң йөҙөк ҡашы. «Таволга» казак йыры хоры Славян мәҙәниәте төбәк-ара фольклор конкурс-фестивалендә беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ижади коллектив халыҡ ынйыларын ғына түгел, шулай уҡ патриотик йырҙар ҙа башҡара.
Казак йыры хоры республика конкурстарының даими еңеүсеһе. Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн быйыл уға «Халыҡ үҙешмәкәр коллективы» исеме бирелгән. Октябрьскиҙа уҙған конкурс-фестивалдә Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре ҡатнашҡан. Архангелдәр унда халыҡ көйҙәренең бөтә тәрәнлеген һәм матурлығын тыңлаусыларға еткерә алған. Вокалистар үҙ йырҙарын «Калинка» ансамбле оҙатыуында башҡара. Шулай ҙа хор солистары өсөн иң ҙур награда-был, әлбиттә, тамашасы һөйөүе.