Туған моңдар, көслө алҡыштар һәм ихлас ҡотлау һүҙҙәре. Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә билдәле башҡорт йырсыһы, «Башҡорт йыры» телевизион проекты лауреаты Арсен Кәримовтың юбилей концерты үтте. Ижадташ дуҫтары менән бергә йырсы Мәскәү тамашасыһына бай йөкмәткеле программа тәҡдим итте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Арсен Кәримов башҡорт халыҡ һәм популяр эстрада йырҙарын, шулай уҡ совет композиторҙарының әҫәрҙәрен берҙәй уңышлы башҡарыусы йырсы. Ғүмерлек юлдашы, шулай уҡ талантлы йырсы Луиза Кәримова менән улар ҙур сәхнәләрҙә тамашасы һөйөүен яулаған йондоҙҙар. Сибайҙа тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класын тамамлаған, артабан вокал сәнғәтен үҙләштергән талант эйәһе инде күп йылдар илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәүселәрҙе башҡорт моңо менән таныштыра.
Тамашасы күңелен Арсен Кәримов һөйөклө Башҡортостанын данлаусы йырҙары һәм моңло ҡурайы менән дә арбай. Юбилей кисәһендә йырсының тыуған ерҙән алыҫта башҡорт мәҙәниәтен һәм йыр сәнғәтен пропагандалауға индергән өлөшө юғары баһаланды. Йырсыны ҡотларға Мәскәүҙең рәсми департаменттары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килде.
Ижад дәүерендә Арсен Кәримов күп тапҡырҙар абруйлы йыр бәйгеләрендә уңыш ҡаҙанған. Йырсы «Ирәндек моңдары» төбәк конкурсы, «Башҡорт йыры-2025,», «Йыл йырҙары Юлдаш Хит-2014»проекттары лауреты, шулай уҡ «Урал Моңо» халыҡ-ара конкурсы дипломанты ла.
Һуңғы йылдарҙа Арсен Кәримовтың репертуары патриотик йырҙар менән дә байытыла. Сәхнәлә үҙен иркен һәм бер үк ваҡытта ипле тотҡан йырсы һәр ваҡыт тамашасыһына ла сикһеҙ ихтирамын һәм һөйөүен белдерә белә. Тап ошо сифаттары һәм тыуған еренә тәрән һөйөү йырсыға уңыш килтерә.
Гөлдәриә Йосопова