"НЕФАЗ" Башҡортостанда 5-се быуын электробустарын серия менән етештерә башланы

Предприятие  һуңғы биш йылда үҫешә бара. Ошо ваҡыт эсендә 161 миллиард һумлыҡ  продукция сығарылған. 16 миллиард һумдан ашыу һалым түләнгән. Радий Хәбиров  Нефтекама ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмәлә шулай тине. Республика Башлығы "Нефаз" етәкселегенә кадрҙар әҙерләүгә иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. -Башҡортостан"Профессионалитет" федераль проектында әүҙем ҡатнаша. 19 мәғариф кластеры  булдырылған. Быйыл тағы 8 кластер асыла. Иң мөһимдәренең береһе - Нефтекамалағы машиналар төҙөү кластеры, - тине Радий  Хәбиров.