Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Нефтекама ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Инвестициялар йәлеп итеү, инфраструктура һәм социаль проекттар тормошҡа ашырыу буйынса уңыштарға ирешелгән. Федераль ярҙам менән йәмәғәт биләмәләре һәм һыу менән тәьминәт системаһы яңыртыла. Шулай уҡ ҡалала филармония капиталь ремонты дауам итә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Нефтекамала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү стратегияһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Былтыр уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә конкурсында еңеү яулап Хеҙмәт даны аллеяһы яңыртылғайны. «Ваҡыт күсәре» тип исемләнгән башланғыс дүрт тематик зонаға бүленгән, бында ҡаланың үҫеше, предприятиелар тарихы, билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәт еткерелә. Шулай уҡ ял зоналары, велосипедта йөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аллея буйлап үтеп, урындағы идара командаһына уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерҙе. 2019-2025 йылдарҙа федераль проект сиктәрендә 38 объект төҙөкләндерелгән. Ҡала халҡы үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән.
Сиратта тағы ла бер күләмле проект көтөлә. Ленин исемендәге төп ҡала майҙанын яңыртыу планлаштырылған. Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты кураторлығында алып барылған башланғыс быйыл конкурсҡа тәҡдим ителеп, федераль грант алыуға дәғүә итәсәк. Ҡала хакимиәтендә Нефтекаманың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналған кәңәшмә лә үтте. Хөкүмәт, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнашлығында үткән ултырышта Радий Хәбиров муниципалитеттың республика иҡтисадына индергән ҙур өлөшөн билдәләне. Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, төрлө өлкәләрҙә тотороҡло үҫеш күҙәтелә.
Шулай уҡ Радий Хәбиров ҡаланың индустриаль флагманы-Нефаз автозаводы эшмәкәрлегенә ла айырым иғтибар бүлде. Һуңғы биш йылда компания яҡшы үҫеш күрһәтә. 161 млрд һумлыҡ продукция оҙатылған. Шул уҡ ваҡытта производство комплексының тотороҡло эшен һаҡлау буйынса саралар күрелеүе билдәләнде. Төбәк етәксеһе «Нефтекама» йылдам үҫеш биләмәһе эшмәкәрлеген дә юғары баһаланы.
Радий Хәбиров йылдам үҫеш биләмәне резиденты-материалдарҙың физик-механик үҙенсәлектәрен асыҡлау өсөн һынау ҡорамалдары етештергән предприятиела ла булды. Ошонда уҡ продукцияға техник хеҙмәтләндереү, ремонт үҙәге лә асылған
Һынау ҡорамалдары юғары сифатлы материалдарҙан эшләнә, Рәсәй һәм Халыҡ-ара стандарттарға тура килә. Радий Хәбиров предприятие цехтарын ҡарап, инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.
«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә ҡала филармонияһында капиталь ремонт ойошторолған. Ҡыйыҡ, фасад эштәре тамамланған, витраждар алмаштырылған, инеү урыны тәртипкә килтерелгән, быйыл күләмле яңырыу дауам итә, тәү сиратта, тамаша залын төҙөкләндереү планлаштырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктең төньяҡ-көнбайышында тағы ла бер заманса мәҙәни майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк.
Нефтекамала социаль объекттар төҙөлөшө лә иғтибар үҙәгендә. 2022 йылда сафҡа индерелгән 17-се мәктәп-ҡаланың иң ҙур һәм көслө белем усағы һанала. Бында 1880 уҡыусы белем ала. Улар уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай, шулай уҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәктәптең уҡыу кабинеттарын, тамаша һәм спорт залдарын, ашханаһын ҡараны. Белем биреү учреждениеһында «Ҡанатлан» мәғариф проектына айырым иғтибар бүленә. Шулай уҡ профилле уҡытыу, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек булдырылған.
Ошо уҡ белем усағында беренсе класта Асель Сәйетова уҡый. Быйыл ғинуарҙа Өфө хосписында булғанда төбәк етәксеһе һирәк осрай торған генетик сирҙән яфаланған ҡыҙ менән танышып, ҡунаҡҡа Нефтекамаға килергә вәғәҙәләгәйне. Асель уға көндәлегендәге бишле билдәләрен күрһәтте, рус теле һәм математиканы айырыуса яратыуын да билдәләне
Төбәк етәксеһе Аселды Өфөгә «Бәләкәй принцессалар балына» саҡырҙы. Шулай уҡ синыфташтары менән осрашып, балаларҙың киләсәкә ниндәй һөнәр һайларға теләүе менән дә ҡыҙыҡһынды.
Гөлназ Хәйбуллина