Нефтекама ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе яугирҙарҙың ата-әләләре һәм ҡатындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәт үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә награда һәләк булғандан һуң тәғәйенләнгән. «Улар беҙҙең ысын геройҙарыбыҙ, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү-беҙҙең өсөн төп бурыс. Махсус хәрби операция тамамланыу менән Өфөлә мемориал ҡуясаҡбыҙ, -тине Радий Хәбиров. Осрашыуҙа республикала булдырылған ярҙам саралары ҡаралды, шулай уҡ һәр кем төбәк етәксеһенә шәхси һорауҙарын да еткерә алды, улар буйынса урындағы власть вәкилдәренә бурыстар йөкмәтелде.