Үлсәүҙәр ғәҙел тартамы? Бөгөн халыҡ-ара метрология көнө. Ысынлап та, көндәлек тормошта үлсәүҙәрҙең дөрөҫлөгө -граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә һәм ышаныслы иҡтисад нигеҙе булып тора Үлсәүҙәрҙең ышаныслы эшләүен тәьмин итеүсе Өфө метрологтары эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында
Метролог Марина Ящук башҡа коллегалары кеүек махсус ҡумталағы иң бәләкәс үлсәүҙәргә бирсәткә кейеп пинцет ярҙамыда ғына тотона. Үҙәк белгестәре һыу, газ, электр энергияһын иҫәпләүсе үлсәүҙәр, манометрҙар, термометрҙар, медицина ҡорамалдарын үлсәү сараларын тикшерә. Амран Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге метрологтары 1 миллиграммдан алып 200 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы үлсәүҙәр башҡара ала.
Өфө метрологтары беҙҙең көндәлек тормошто ышаныслыраҡ һәм уңайлыраҡ итеүсе оҫта һөнәрмәндәр. Халыҡ хужалығының ниндәй генә өлкәһен ҡараһаҡ та медицина, энергетика, төҙөлөш, сауҙала һәр ваҡыт аныҡ үлсәмдәр кәрәк, ти улар. Башҡортостан метрологтары үлсәүҙәрҙең теүәллегены тулы гарантиялай ала.
Был лаборатирияның нигеҙе 5 метр тәрәнлектә һәм ныҡлы ҡоролған. Бындағы үлсәүҙәргә бер ниндәй ҙә вибрация янамай. Үлсәү теүәллеге 0,1 микрограмм тәшкил итә. Бына беҙ сәсте лә бында теүәл итеп үлсәп ҡарай алабыҙ.
Ә был ҡумталағы герҙәргә теүәллеккә һанау баш ҡалала уҙғарылған. Инженер Илфат Мортазин һөт продукцияһы менән һатыу итеү нөктәһендәге электрон үлсәү күрһәтмәләрен теүәл эталон өлгөһө менән сағыштырҙы. Был юлы хата тапманы, шуға күрә үлсәү ремонтҡа ебәрелмәйәсәк.
Сауҙа мөнөсөбәттәренең намыҫлылығы һәм экологик контроль дә туранан -тура бизмәндәр менән үлсәнә. Аныҡ күрһәткән үлсәмдәр ярҙамында табиптар дөрөҫ диагноз ҡуя һәм дарыуҙарҙың теүәл миҡдарын һайлай,төҙөүселәр хәүефһеҙ йорттар, күперҙәр төҙөй, ә ғалимдар яңы асыштар яһай ала.
Гүзәл Борханова