Башҡортостанда 2026 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы полистары буйынса экстракорпораль аталандырыу программаһына квоталар артты. «Ғаилә» йүнәлешен тормошҡа ашырыу буйынса республика хөкүмәте ағымдағы йылға ошондай бурыс ҡуйҙы. Бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 2849-ға еткән. Яһалма аталандырыу ярҙамында бала табыу программаһы тураһында киләһе яҙмала.
Эльмира Яллалова әсәй булыу бәхетен егерме йылға яҡын көткән. Республика медицина-генетика үҙәгендә эстракорпораль аталандырыу программаһы менән ул өс йыл элек был бәхеткә ирешкән. Мөхәммәт исемле улдары бар. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районынан ғаилә тағы үҙәккә килгән. Был юлы-икенсе бәпәй артынан.
Эльза Мөхәмәтйәнова үҙәккә 2020 йылдан бирле йөрөй. Яһалма аталандырыу программаһы менән беренсе балаһын тапҡан. Хәҙер хыялы -ике йәшлек улы янына ҡыҙ алып ҡайтыу. Ғаилә уны дәүләттән бүленгән квота ярҙамында тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Башҡортостанда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса квоталар арта килә. Мәҫәлән, 2022 йылда 1834 квота бүленһә, былтыр уларҙың һаны 2489-ға еткән. Быйыл иһә 2849 ғаиләгә ЭКО программаһында бушлай ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда экстракорпораль аталандырыу менән 1335 бала тыуған. Дәүләт ярҙамы менән файҙаланыу өсөн түлһеҙ парҙарға сиратта тороу мотлаҡ.
Республиканың медицина- генетика үҙәгендә ҡорамалдар яңыртылған. Лабораторияға яңы термостат, инкубатор һәм микроскоп алынған. Яңы микроскоптың элеккеһенән айырмаһы шунда- уның ярҙамында эмбрионды имплантациялауға тиклем генетик анализ алыу мөимкин. Быға тиклем процедура ситтә эшләнә ине.
Рәмилә Исмәғилева