Май өсөн аномаль һауа торошо аҙағына яҡынлашты

Был аҙнала Башҡортостанда термометр бағанаһы 31 градусҡа тиклем күтәрелде. Синоптиктар фаразлауынса, иртәгән быйылғы йылдағы тәүге селләне һыуыҡ атмосфера фронты алмаштыра. Шуға ла һауа температураһы һиҙелерлек түбәнәйәсәк. Әммә ял көндәрендә ул йәнә климат нормаһынан юғарыраҡ булыр тип көтөлә.