Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына кире иҫәп башланды

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына тиклем 35 көн. Бөгөн Өфө ҡабул итәсәк күләмле мәҙәни форумға кире иҫәпкә старт бирелде. Уны баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостан дәүләт концерт залы алдындағы арт-объектта күҙәтәсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.