Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән осрашыуҙа спиртлы эсемлектәрҙән баш тартҡан 100-ләп кеше ҡатнашты. Башҡортостандан тыш айыҡ сараға Санкт-Петербург, Иркутск, Төмән, Магнитогорск , Ырымбур өлкәләре вәкилдәре лә ҡушылды. Улар эсеүҙе ташлау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эсергә ташларға теләүселәр интернетта Аноним алколигтар төркөмөн табып мөрәжәғәт итә ала. Ярҙам бушлай күрһәтелә.