Башҡортостан студенттары атамалы стипендияға дәғүә итә ала

Республика Мәғариф министрлығы бер нисә конкурс иғлан итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең 2026-2027 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыу мөмкинлеге бар. Аҡса көндөҙгө бүлектә уҡыусыларға тәғәйенләнә. Уҡыуҙа һәм фән өлкәһендә уңыштар булырға тейеш. Республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиада, ижади конкурс һәм фестивалдәрҙә еңеүҙе раҫлаған документ кәрәк.  Дәүләт вуздарында уҡыусылар өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия ла ҡаралған. Ул көндөҙгө бүлектә белем алыусыларға түләнә. Колледж студенттары өсөн Башҡортостан хөкүмәте стипендияһы булдырылған.