Такси водителе иғтибарлы булып сыҡҡан һәм уға ярҙам күрһәткән. Полиция мәғлүмәттәре буйынса ҡатынға шылтырытыусы үҙен уның ҡыҙы тип таныштырған, аварияға эләгеүе, операция өсөн аҡса кәрәк булыуы тураһында әйткән. Пенсионер был һүҙҙәргә ышанған. Мутлашыусылар такси водителенә лә шылтыратҡан уға сумканы алып килеү өсөн 7 мең һум вәғәҙәләгән. Таксист өлкән йәштәге ҡатындың бер туҡтауһыҙ телефондан һөйләшеүен, уға ҡушылғанды теүәл үтәүен абайлап ҡалған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсылары осрашыу урынына барған, посылканы көтөп торған 15 йәшлек үҫмерҙе ҡулға алған. Был хәл буйынса тикшереү дауам итә.