"Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр күсерелә

Был тема хөкүмәттә ҡаралды.  Премьер-министр Андрей  Назаров  белдереүенсә, программа  алты этапта  ғәмәлгә  ашырыла.  Авария хәлендәге  489 йортта  фатир хужалары яңы торлаҡлы була.  2025-2026 йылдарҙа 23 йортта йәшәүселәр күсерелә. Бының өсөн  900 миллион  һумға  яҡын аҡса ҡаралған.