Башҡортостан медицинаһында яһалма зиһен әүҙем ҡулланыла

Башҡортостан яһалма зиһенде индереү эшен нолдән башламай. Республикала һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы тармағы һәм сәнәғәт предприятиелары алдынғы технологияларҙы уңышлы файҙалана. Төбәк медицинаһы тәүгеләрҙән булып МосМедИИ платформаһына тоташтырылды. Система республикалағы 76 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 400 берәмек ҡорамалды берләштерә. Улар ярҙамында өс йөҙҙән ашыу тикшереү башҡарылып шул иҫәптән 40 процентында патология барлығы асыҡланған. Был эште яһалма зиһен башҡара.