Партия делегацияһы Владимир Жириновскиҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сараларҙа ҡатнаша. Радий Хәбиров белдереүенсә, ЛДПР көслө партия. Владимир Жириновский Рәсәйҙең ысын патриоты булды. Леонид Слуцкий билдәләүенсә, Башҡортостанда фирҡәнең иң көслө бүлексәләренең береһе эшләй. Бөгөн Өфөлә Владимир Жириновский урамы рәсми асылды. Сарала Дәүләт Думаһының ЛДПР фракцияһы етәксеһе Леонид Слуцкий ҡатнашты. Яңы урамға исем биргәндә халыҡ фекере иҫәпкә алынды. Онлайн фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 59 проценты тәҡдимде хупланы. Был урам Ветошников ауылы янында Ленин һәм Дим райондары араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 800 метр.