Өфөлә инсульт үткәргән пациенттарға реабилитация үтеү өсөн эргобүлмә асылды

Баш ҡаланың 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында инсульттан һуңғы пациенттар өсөн фатир шарттары тыуҙырылған. Бында улар табип күҙәтеүендә көндәлек тормошҡа яраҡлашырға өйрәнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Нурия Насирова инсульттан һуң реабилитация үтә. Архангел районы Аҙау ауылында йәшәүсе ханым былтыр ташҡында мал-тыуарын юғалтып, борсолоп дауаханаға эләгә. 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында ошо көндәрҙә махсус эргобүлмә асылған. Унда хәрәкәт итеүҙә ҡатмарлыҡтар кисергән пациенттар көндәлек әйберҙәр менән ҡулланырға өйрәнә.

Эргобүлмә-заманса проект. Дауаханала махсус йыһазландырылған бүлмә тулыһынса фатир шарттарын хәтерләтә. Бында пациент ҡалаҡ тотоу, сәй ҡайнатыу, йыуыныу,теш таҙартыу, төймәләрҙе эләктереү, бүлмәне тәртипкә килтереү һәләттәрен нығыта. Табип күҙәтеүендә хәүефһеҙ шарттарҙа реабилитация үтеү дауалау курсының мөһим өлөшө.

Табиптар әйтеүенсә, инсульт йылдан йыл йәшәрә. Нәҫел сирҙәре, коронавирус инфекцияһы йоғонтоһо, көндәлек көсөргәнеш һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында инсульт кисереүселәр 20 йәштән үк башлана. Шулайҙа дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләр, ыңғай тәьҫораттар, сәләмәт йәшәү рәүеше сирҙе иҫкәртеүгә булышлыҡ итә.

Ф.Миһранова