Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн ҡыҙыу осор. Тиҙҙән Берҙәм дәүләт имтихандары һәм төп дәүләт имтихандары башлана. Быйыл был һынауҙарҙы үткәреүҙә төп үҙгәреш-имтихандар 1 июндән старт ала. Быға тиклем уҡыусылар май айында уҡ һынау тота ине. Имтихан стресҡа әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә? Яуап киләһе яҙмала.
Өфөнәң Наталья Ковшова исемендәге 155-се лицейында ун беренсе класта уҡыған Айгиз Хилалов киләсәктә үҙен хирург итеп күрә. Егет Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә ниәтләй. Уның өсөн 1 июндә химиянан Берҙәм дәүләт имтиханы бирәсәк. Ныҡлы әҙерлек, яҡындарҙың ярҙамы һынауҙы үтергә ярҙам итәсәк ти ул.
Имтихан көсөргәнеше оҙайлы аҡыл эше һәм йоҡо етмәү арҡаһында барлыҡҡа килә. Берҙәм дәүләт имтихандары уҡыусы өсөн стресс булмаһын өсөн психологтар мәктәптә тренингтар үткәрә.
Имтихандар уҡыусының нерв системаһына кире тәьҫир итмәһен өсөн ата-әсәнең ярҙамы мөһим. Хеҙмәттәшебеҙ Әлфиә Әминеваның ҡыҙы быйыл туғыҙынсы класты тамамлай.
Һынауҙар йәйҙең беренсе көнөнән старт ала. Белем биреү учреждениелары коллективтары белдереүенсә, имтихандарҙың бындай теҙмәһе уңайлыраҡ. Сөнки имтихандар үткәреү базаһы булған мәктәптәргә лә әҙерләнеү өсөн ваҡыт күберәк ҡала.
Рәмилә Исмәғилева