Өфөлә «Самауырлы ритайым» миҙгеле асылды

Башҡорт йәштәренең Ағиҙел йылғаһы буйындағы проекты алты йыл элек ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Мәҙәни сара милли рух, йыр-моң, бейеү һәм самауыр сәйен үҙ эсенә ала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ағиҙел йылғаһы ярында ойошторолған «Самауырлы ритайым»ға ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары кемуҙарҙан ағылды. Машинала килеүселәргә хатта, саҡрымдарға һуҙылған тығындарҙа ла ултырырға тура килде.

Ә барыһын да самауыр сәйен эсеүҙән бигерәк, бергәләп күңел асыу асыу берләштерҙе. Майҙанда асыҡ микрофон да эшләне. Теләге булған һәр кем заманса, ретро, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Бейергә төшөргә теләүселәргә лә майҙан етерлек.

Бынан 6 йыл элек ойошторола башлаған «Самауырлы ритайым» проекты бөгөн халыҡ көтөп алған мәҙәни сараларҙың береһе. Миҙгел асылыуына килеүселәргә ҡарап хәҙер уның күләмлелеген асыҡ билдәләргә мөмкин. Ҡасандыр, баш ҡала йәштәре Салауат Юлаев һәйкәле майҙаны алдына йыйылыр урынын «Пятачок» тип йөрөтһә, заман йәштәренеке самауырлы ритайым.

«Самауырлы ритайым» милли стилде пропагандалауҙа махсуслашҡан йүнселдәрҙе берләштереүсе сара ла булып тора. Кәсепселәрҙең рәткә теҙелгән өҫтәлдәрендә йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкин ине.

Миҙгел асылыу уңайынан сараның төп махсус ҡунағы булараҡ «Бишбармаҡ» оркестры сығыш яһаны. Ижади коллектив йыйылыусыларҙы йырлатты ла, Ағиҙел ярын дер һелкетеп бейетте лә. Ә инде киләһе «Самауырлы ритайым» 30 майға билдәләнгән.

Азат Ғәлиуллин