Республикала 10 шишмә тәртипкә килтерелә

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовар, Балаҡатай, Бүздәк, Миәкә, Тәтешле, Ҡалтасы, Бәләбәй,  Бөрө,  Мишкә, Краснокама  райондарында эш ҡаралған. "Экология һәм тәбиғәт ресурстары" тигән республика  программаһы ғәмәлгә  ашырыла. 2007 йылдан алып Башҡортостанда  160  шишмә  тәртипкә килтерелгән.