Радий Хәбировтың яһалма зиһен үҫеше тураһында ҡарары глобаль үҙгәрештәргә яуап булып тора

Был турала Сәйәси мәғлүмәттәр үҙәге аналитигы Иван Пятибратов белдерҙе. - Ил президенты указдары үтәлә. Владимир Путин яһалма интеллект технологияларын ҡулланырға ҡушты. Яһалма интеллект идара процесында ла ярҙам итә. Был йәһәттән Башҡортостан заман менән бергә атлай, тине Иван Пятибратов. Республика һанлы трансформация һәм яһалма зиһен  үҫеше буйынса совет булдырылды. Яһалма зиһенде ҡулланыу эҙмә-эҙлекле алып барыласаҡ, был өлкә өсөн яуаплы  вице-премьер вазифаһын  Олег Ли алды.