Махсус операция ветерандары кадрҙар проектына ҡушыла

25 майҙа уҡытыуҙың 4-се этабы башлана. Беренсе модуль былтыр “Патриот” паркында үтте. Лекция һәм тренингтар, власть органдары етәкселәре һәм эксперттар менән осрашыу булды. Һәр ҡатнашыусыға министр, хакимиәт башлығы һәм компания етәкселәре араһынан остаздар беркетелде. Икенсе модуль иҡтисад, өсөнсөһө төбәк һәм муниципаль идара итеү, социаль һәм йәштәр сәйәсәте темаһына арналды. 4-се этапта ветерандар заманса технологиялар һәм яһалма зиһен менән эш итергә өйрәнә.