Баш ҡалала шәхестең тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Либерал-демократик партияға нигеҙ һалыусы һәм уны оҙаҡ йылдар етәкләүсе сәйәсмәнде хәҙерге Рәсәй сәйәси системаһы архитекторҙарының береһе булыуын билдәләне.
Радий Хәбиров йыйылышта ҡатнашыусыларға махсус хәрби операцияға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм әлеге ваҡытта республикала йәшәүселәр һәм предприятеларҙың еңеү өсөн бар көсөн һалыуын билдәләне. ЛДПР партияһы лидеры Леонид Слуцкий үҙ сиратында республиканың дөйөм эшкә индергән өлөшөн һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы